Өлкән йәштәгеләргә иғтибар кәрәк
Яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә ярҙам итеү – тимурсылар хәрәкәтенең төп идеяһы булһа, икенсе яҡтан ул балаларҙа кешелеклелек, миһырбанлыҡ тәрбиәләй, ололарға хөрмәт менән ҡарарға өйрәтә.
Кәлсербуран мәктәбе уҡыусылары араһында ла был эш йәнле бара. Ҡышҡы бер көндө 7-се һәм 8-се класс уҡыусылар класс етәкселәре Эльвира Абдрахманова менән Хәмит ағай Фәтҡуллиндың өйөнә барҙылар. Тыл ветераны һуғыштан һуңғы ауыр йылдар тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул уҡыусыларға гармунында ла һыҙҙырып уйнап күрһәтте.
Хәмит ағай менән ихлас һөйләшкәс, балалар уның ихатаһындағы, өй алдындағы ҡарҙарын көрәне.
Тыл ветераны ла, уҡыусылар ҙа был осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.
Тимурсыларҙың ярҙамы өлкән йәштәгеләргә үҙҙәрен яңғыҙ тоймаҫҡа ярҙам итә, тирә-яҡтағыларҙың улар тураһында хәстәрлекле булыуҙарына өмөт уята.