Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
18 Февраль 2020, 23:35

“Йырҙар һуғышта ла онотолмай”

Яңы Федоровка ауыл китапханаһында «Быуындарҙың тере тарихы» проекты сиктәрендә китапханасы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Галина Ильинична Алексеева һуғыш осоро йырҙарына бағышлап, “Йырҙар һуғышта ла онотолмай” тип исемләнгән күркәм сара үткәрҙе.

Һуғыш ветераны Романов Владимир Евстафьевич, Афғанистанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Гаврилов Александр, Ефимов Николай Алексеевич кисәнең хөрмәтле ҡунаҡтары булды.
Уҡыусылар, башҡа тамашасылар «Свящённая война», «Прощание Славянки», В землянке», «На солнечной поляночке», «Катюша» һәм башҡа һуғыш осоро йырҙары, уларҙың тарихы менән танышты.
Сара «Еңеү көнө» йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.
Яңы Федоровка ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Быуындарҙың тере тарихы» проектының символы – Мәңгелек ут сатҡыһы менән лампаны эстафета буйынса Сәмән ауылы китапханаһына тапшырҙылар.
Читайте нас: