"Еңеүгә 75 аҙым" акцияһы бара
Ауырғазы районы Талбазы ауылы лицейының 5б класы уҡыусылары, йәш волонтерҙар, йәки Еңеү волонтерҙары, "Еңеүгә 75 аҙым" акцияһында ҡатнаша.
Улар бик күп эштәр башҡарып, төрлө ярҙам күрһәтеп өлгөрҙөләр ҙә инде: тыл һәм һуғыш ветерандары тураһында мәғлүмәттәр йыялар, ярҙамға мохтаж ветерандарға баралар. Ә бәләкәй синыф уҡыусыларына Ленинград блокадаһы тураһында асыҡ дәрес күрһәтелде.
Ауырғазы еренән һуғышҡа 12 меңдән ашыу кеше киткән, күбеһе әйләнеп ҡайта алмаған. Ошо һалдаттар тураһында хәтирәләрҙе барланыҡ. Байтаҡ кеше орден-миҙалдарға лайыҡ булһа, Бөйөк Ватан һуғышының өс ветеранына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелгәнен асыҡланылар: Сафин Ғатфан Ғәзетдин улына , Диваев Рәшит Мансур улына һәм Никитин Николай Моисей улына. Ә инде ике фронтовикка - Малахов Михаил Андрей улы һәм Кобзев Николай Никифор улына - Дан орденының тулы кавалеры исеме тапшырылғанын белделәр. Улар тураһында күп кенә мәғлүмәт йыйғандан һуң, уҡыусылар Григорьева Руслана, Әүхәҙиева Азалия, Солтанов Самат, Мәүлетова Элнара һәм Трифонов Дмитрий ярҙамында видеороликтар төшөрөп, Башҡортостан Республикаһының военкоматына ҡараған "Илһөйәр" үҙәгенә ебәрелде.
Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һүҙ алып барылған һайын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алабыҙ. Һуғыш яланында ятып ҡалғандар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалабыҙ.
Беҙ был тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән Һеҙгә бурыслыбыҙ, хөрмәтле ветерандар!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы