Рух
+20 °С
Дождь
Ауыл хужалығы
31 Июля , 12:12

Агросәнәғәт комплексы экспортының 3/1 өлөшөнән ашыуы Һиндостанға тура килә

Башҡортостан республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһын донъяның 25 иленә экспортлай.

Агросәнәғәт комплексы экспортының 3/1 өлөшөнән ашыуы Һиндостанға тура киләАгросәнәғәт комплексы экспортының 3/1 өлөшөнән ашыуы Һиндостанға тура килә
Агросәнәғәт комплексы экспортының 3/1 өлөшөнән ашыуы Һиндостанға тура килә
Төп импортлаусы илдәр булып Һиндостан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай, Әзербайжан, Латвия һәм башҡалар тора. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын тәьмин итеү географияһын киңәйтеү «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының маҡсаты булып тора.
 
Һиндостанға 26 июлгә 63 миллион аҡш долларына продукция оҙатылған. Был аҡса эквивалентында иң яҡшы күрһәткес.
 
Шул уҡ ваҡытта импорттың яҡынса 63% май — май тармағы продукцияһына тура килә - үҫемлек майы, майлы культураларҙың ҡалдыҡтары.
 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проект буйынса республиканың агросәнәғәт комплексына 2030 йылға ауыл хужалығы продукцияһын сит илгә оҙатыу күләмен 2021 йыл кимәленә ҡарата 1,5-2 тапҡырға арттырырға кәрәк.
Автор:
Читайте нас