Рух
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Февраль , 10:35

Республика агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә йәнә 750-шәр мең һум түләнә

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт ярҙамы алыу өсөн конкурста ҡатнашырға теләгән йәш белгестәрҙән документтар ҡабул итә башланы.

Республика агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә йәнә 750-шәр мең һум түләнә
Республика агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә йәнә 750-шәр мең һум түләнә

Был агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы ярҙамында бойомға ашырыла. Программа ауыл хужалығы ойошмаларының йәш белгестәренә 750-шәр мең һумлыҡ «дәртләндереү» аҡсаһы бүлеүҙе күҙ уңында тота.

«Икенсе йыл «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү»  милли проекты эшләй, уның сиктәрендә «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты булдырылды. Беҙгә 2030 йылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларын 95% тиклем белгестәр менән тәьмин итеү мөһим», — тип белдерҙе республика хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас