Рух
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Февраль , 14:04

Төбәктә аграр белем биреүгә ярҙам итеүгә 9,8 миллион һум йүнәлтеләсәк

2026 йылда Башҡортостан Республикаһында аграр йүнәлешле юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларына һәм агрокласс уҡытыусыларына дәртләндереү түләүҙәренә 9,8 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Сара «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.. 

Төбәктә аграр белем биреүгә ярҙам итеүгә 9,8 миллион һум йүнәлтеләсәк
Төбәктә аграр белем биреүгә ярҙам итеүгә 9,8 миллион һум йүнәлтеләсәк
Дәүләт ярҙамы агросәнәғәт комплексы предприятиеларына агрокласс уҡытыусылары һәм берлектәге проекттарҙа ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттарының ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәре өсөн дәртләндереү характерындағы түләүҙәргә сығымдарҙың 90 процентын компенсациялауҙы күҙ уңында тота.
 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының 42 уҡытыусыһы милли проект буйынса дәртләндереү түләүҙәре алды. Былтыр финанслау күләме 1,4 миллион һум тәшкил иткән.
 
— 2026 йылда республикала «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проектын тормошҡа ашырыу әүҙем дауам итәсәк. Белгестәргә ярҙам менән бер рәттән, белем биреү инфраструктураһын артабан үҫтереү ҙә ҡаралған. Ул - Башҡортостан Ддәүләт аграр университетының өсөнсө уҡыу корпусын ремонтлау һәм йыһазландырыу, өс мәктәптә агротехнологик кластар булдырыу һәм йыһазландырыу, «Агропрофи» сараһында ҡатнашыу, — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
.
Билдәләп үтергә кәрәк, «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проектының төп маҡсаты - агросәнәғәт предприятиеларын хеҙмәткәрҙәр менән 2030 йылға 95%-ҡа комплектлау
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас