Оҫталарҙың эшен күҙәтеү ҡыҙыҡлы булды. Мораҙым ауылынан Әлфинур Смаҡова туҡыу станогында келәм эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡунаҡтар биҙәүестәр өсөн тәңкәләр һуғыуҙы күҙәтте. Әлмира Батталова тирмә һәм башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы.
Фестиваль профессиональ флайбордистарҙың - осоусы кешеләрҙең экстремаль көндөҙгө һәм киске шоуҙары менән һоҡландырҙы! Төрлө интерактив майҙансыҡтар эшләне: фермер баҙары, сыр кибете, гастрономия зонаһы. Балалар һәм өлкәндәр өсөн фотозоналар, оҫталыҡ дәрестәре, мауыҡтырғыс уйындар ойошторолдо.
Байрамда бөтәһе 40 һөт һәм һөт продукцияһы етештереүсе, шул иҫәптән 17 крафт сырҙары етештереүсе, 46 фермер хужалығы үҙ продукцияһын тәҡдим итте. «Бал йәрминкәһендә» республиканың 20 районынан 41 умартасы ҡатнашты. Сарала 10 тонна бал һатылған.