Рух
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Ноябрь 2023, 16:03

АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ

Ауырғазы районы аграр комплекстар араһында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүсе райондарҙың береһе, быйылғы 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса ла ул алдынғылар рәтендә.

АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ
АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ

Өфөлә ауыл хеҙмәтсәндәрен һөнәри байрамдары айҡанлы ҡотланылар.

Республика буйынса иң яҡшы эшләгәндәрҙе бүләкләү тантанаһында беҙҙекеләр булыуы ла ҙур һөйөнөс булды.

Күп йылдар «Дружба» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе булып эшләүсе, үҙен тәжрибәле етәксе итеп иҫбатлаған Зиләүир Мәҡсүтов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

«Дружба» ауыл хужалығында эшләүсе агроном-хисапсы Светлана Никитина Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Был юғары исемде «Урожай» компаниялар төркөмө «ПрофСтрой» йәмғиәтенең бетон-иҙмә узелы начальнигы Данил Миңлебаев, «Урожай» һөтсөлөк фермаһының етештереү-техник лабораторияһы мөдире Людмила Семенова һәм ветеринария табибы Илдар Шәмсетдиновҡа ла бирҙеләр.

Шулай уҡ «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Хужалыҡтың баш зоотехнигы Филәрит Суфиянов Башҡортостан Республикаһы Маҡтау грамотаһы менән, агроном Константин Храмов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломы менән бүләкләнде.

«Урожай» хужалығынан комбайнсы Михаил Мартынов өр-яңы «Лада Нива»лы булды. Уны республика башлығы Радий Хәбиов тапшырҙы.


Ауырғазы районы 2023 йыл йомғаҡтары буйынса «Аграр сәнәғәт комплексында иң яҡшы муниципаль берәмек» дипломы менән билдәләнде.

Райондың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, яңы үрҙәр ттеләйбеҙ!

Сығанаҡ: Район хакимиәте сайты мәғлүмәттәре файҙаланылды.

АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ
АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ
АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ
АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ
АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ
АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ БҮЛӘКЛӘНДЕ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: