Был әһәмиәтле сараның ойоштороусылары булып «Кубань» ауыл хужалығы кооперативы, «СОКО» компанияһы, «Химсервис-Агро» йәмғиәте тора. Партнерҙар - «Салауат» хужалығы һәм «Башинком» фәнни предприятиеһы.
Семинарға Башҡортостандың төрлө хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәр килде. Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та ҡатнашты.
«Салауат» хужалығының күргәҙмә делянкаларында «Кубань» кооперативының кукуруз гибридтары һәм «СОКО» компанияһының районлаштырылған соя сорттары менән таныштырҙылар.
Соя һәм кукурузды үҫтереү технологияларына бағышланған семинар һөҙөмтәле булды. Был культуралар уңышын йыйыу һәм технологияларҙы ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар.ойоштороусы компаниялар соя һәм кукуруз уңышын күтәреү һәм уларҙы һаҡлау буйынса ҡыҙыҡлы лекция менән сығыш яһаны.
«Баҫыу көнө» сараһы респубиканың ауыл хужалығы тармаҡтарын үҫтереүгә ярҙам итә.
Сығанаҡ: Ауырғазы районы хакимиәте.