Рух
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Август 2023, 10:41

Баҫыуға – йыр менән!

Әле ҡыҙыу ураҡ өҫтө.  Район аграрийҙары игенде бөртөгөнә тиклем йыйып алырға тырыша. Ә район Мәҙәниәт һарайы агитбригадаһы йыл һайын улар янына килеп, йыр-моң, бейеүҙәр менән һөйөндөрөп китә.

Баҫыуға – йыр менән!
Баҫыуға – йыр менән!

Быйылғы уңыш йыйыу мәлендә лә улар ҡыҫҡа, әммә йөкмәткеле концерт менән “Урал” һәм “Таштамаҡ” хужалыҡтарына килделәр. Ялан эшселәренең төшкө ашы мәлендә уларҙың яратҡан йырҙарын йырлап, бейеүҙәр бүләк иттеләр. Ҡыҙыу эш көнөндә игенселәр бындай ял сәғәтенән күңел күтәренкелеге, рухи аҙыҡ алды. Улар артистарға ҙур рәхмәттәрен әйтеп ҡалды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: