Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Март 2023, 14:04

Агросәнәғәт комплексында етештереү арта

150 миллион тонна иген йыйып алған аграрийҙарға баш эйәбеҙ. Иген экспортының дөйөм күләме 60 миллион тоннаға етә - 15 йыл элек был әкиәт булып күренер ине, - тине Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында.

Агросәнәғәт комплексында етештереү арта
Агросәнәғәт комплексында етештереү арта

2022 йыл Башҡортостан аграрийҙары өсөн яңы етештереү ҡаҙаныштары һәм яңы мөмкинлектәр йылы булды. Игенселәребеҙ һуңғы тиҫтә йылдар менән сағыштырғанда иген һәм майлы культураларҙан көтөлмәгәнсә мул уңыш алды, ти республика Хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

5 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған, 560 мең тоннанан күберәк майлы культуралар йыйып алынған. Быға аграрийҙарыбыҙҙың үҙ эшен белеүе, яңы технологиялар ҡулланыу һәм техник паркты эҙмә-эҙлекле яңыртыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде.

Вице-премьер әйтеүенсә, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса агросәнәғәт комплексы тауары экспорты 400 мең тоннанан ашҡан. Аҡсалата иҫәпләгәндә, 290 миллион доллар. Өс йылда күрһәткес 2,5 тапҡырға артҡан. Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы Иранға, Төркиәгә, Ҡаҙахстанға, Ҡытайға, Үзбәкстанға, Белоруссияға һәм башҡа илдәргә оҙатыла. Республикала экспортты үҫтереү эшен дауам итергә ниәтләйҙәр.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: