Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Декабрь 2022, 10:08

УРЫНДАҒЫ БАШЛАНҒЫСТАРҒА ЯРҘАМ ИТЕҮ ПРОГРАММАҺЫ СТАРТ АЛДЫ

Мораҙым ауыл клубында ошо мөһим программа буйынса халыҡ йыйылышы булып үтте.

УРЫНДАҒЫ БАШЛАНҒЫСТАРҒА  ЯРҘАМ ИТЕҮ ПРОГРАММАҺЫ СТАРТ АЛДЫ
УРЫНДАҒЫ БАШЛАНҒЫСТАРҒА ЯРҘАМ ИТЕҮ ПРОГРАММАҺЫ СТАРТ АЛДЫ

2014 йылдан эшләп килгән “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы районда әүҙем тормошҡа ашырыла. Тап уның ярҙамында ауыл биләмәләрендә һуңғы йылдарҙа бихисап эштәр башҡарылды. Ул халыҡҡа үҙ территорияларын төҙөкләндереү, уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге бирә.

Михайловка ауыл хакимиәте лә 2016 йылдан бирле был эштән ситтә тороп ҡалмай. Уның ярҙамында бында ошо йылдарҙа янғын һүндереү тағылмаһы, МТЗ -82 тракторы алынған, 2017 йылда Мораҙым ауыл балалар баксаһының түбәһе яңынан ябылған, 2020 йылда тәҙрәләре, ишектәре, стеналары, иҙәндәре яңыртылған.

Михайловка ауыл хакимиәте ойошторған йыйылышта ҡаралған иң мөһим мәсьәләрҙең береһе булып ауыл халҡының был программала ҡатнашыуы, беренсе сиратта торған проблемаларҙы хәл итеү буйынса һорауҙар ҡаралды. 

Ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Альмира Батталова белдереүенсә, был юлы МТЗ-82 беларусына өҫтәлмә тағылмалар: трактор арбаһы, ротор сапҡысы, ҡар таҙартыу роторы алырға тигән тәҡдимде халыҡ дәррәү күтәреп алды һәм шундай ҡарар сығарылды. Был эш хупланһа, ауыл өсөн техник яҡтан ҙур ярҙам буласаҡ.

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: