Рух
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Октябрь 2022, 19:45

ИРТӘ ТАҢДАН ЭШ ҠАЙНАЙ

«Урман» крәҫтиән-фермер хужалығында малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Түбәнге Ләкәнде ауылында урынлашҡан һыйыр фермаһы киске хәстәрҙәре менән ҡаршы алды.

ИРТӘ ТАҢДАН ЭШ ҠАЙНАЙ
ИРТӘ ТАҢДАН ЭШ ҠАЙНАЙ

«Урман» крәҫтиән-фермер хужалығында малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Түбәнге Ләкәнде ауылында урынлашҡан һыйыр фермаһы киске хәстәрҙәре менән ҡаршы алды.

 

Бына көтөүселәр малдарҙы алып ҡайтты. Һауынсылар ҙа киске сменаға килгән. Көйгә һалынған эш башланды: быҙауларға тейешле һыйырҙар айырылды, ҡалғандарын бәйләнде, һауымға әҙерләнелде. Аҙыҡтары һәр малдың алдында әҙер, рациондары файҙалы ингредиенттарҙан тора. Сәриә Хәкимова, Ләйсән Сәйфуллина һәр һәүкәштең холоҡ-фиғелен белеп тора. Фермала уртаса тәүлек һауым - 750 литр. Был күрһәткес арта бара. Һөттө Ғафури районынын шәхси эшҡыуар алып китә.

Йәш быҙауҙарҙы Гөлйөҙөм Батыршина ҡарай: ашата, эсерә, уларҙың артымын күҙәтә, таҙалыҡты тәьмин итә.

Рәшит Ғәббәсов, Сәлих Хәкимов, Рөстәм Хөснөтдинов хужалыҡта беренсе көндән үк эшләйҙәр. Улар малдар торған биналарҙы таҙалыҡта тота, аҙыҡ тарата, тиреҫ сығара, йылы ваҡытта көтөүгә алып сыға. Операторҙар Фәрит Ғәбитов менән Гөлфирә Сәйфуллина бөтә системаның көйлө эшләүе өсөн яуап бирә.

Фермала техника ла һынатмай эшләй. Мөдир Фәйзрахман Нафиҡов әйтеүенсә, быйыл иген йыйыу һәм силос әҙерләү өсөн яңы комбайндар һатып алынған. Кукуруз йыйыу, аҙыҡ таратыу техникалары ла бар. Өс тракторсы сәсеү-урыу, бесән сабыуҙа, фермаға аҙыҡ ташыуҙа мәшғүл.

- Тыуған ауылымда  12 йыл элек ошо эште башланым. Элекке хужалыҡ банкрот булды, - ти «Урман» крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ғайса Сәғиҙуллин. – Дүрт келәт төҙөнөк, һыйырҙар тотолған бинаның ҡыйығын яңынан яптыҡ, техника һатып алдыҡ. Ужым игене, кукуруз сәсәбеҙ. Ғөмүмән, патоканы ғына һатып алабыҙ. Эшселәр тырыш, яуаплы. Килем яҡшы. Бына һөт продукцияһын яҡын арала етештерә башларға уйлайбыҙ.

Ҙур булмаған, ләкин татыу коллектив бына шулай эшләй. Хужалыҡтың уңыштары һәр кемдең сифатлы хеҙмәтенә бәйле икәнен һәр кем аңлай. Шуға күрә лә улар үҙ бурыстарын намыҫлы башҡара.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: