Рух
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Октябрь 2022, 11:00

Фермерҙың утыҙынсы уңыш миҙгеле

Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Рәфил Ғәбиҙуллин өсөн быйылғы йыл юбилейҙарға бай булды.

Фермерҙың утыҙынсы уңыш миҙгеле
Фермерҙың утыҙынсы уңыш миҙгеле

Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Рәфил Ғәбиҙуллин өсөн быйылғы йыл юбилейҙарға бай булды.

Рәфил Ғилметдин улы бына 30 йыл инде фермер хужалығына етәкселек итә. Быйыл үҙе лә 55 йәшлек юбилейын билдәләй. Беҙ хужалыҡтың уңыштары һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләүҙәрен һораныҡ.

- Өфөлә аграр институтты тамамлағандан һуң, Салауат исемендәге колхозда агроном булып эшләй башланым. Бер йылдан, 1992 йылда, донъялар үҙгәреп киткәс, үҙ эшемде асырға ҡарар иттем. Тәүге йылда 100 гектарҙа иген сәстек, шәкәр сөгөлдөрө ултырттыҡ. Көнбағышты 10 йыл элек үҫтерә башланыҡ. «Агростар» агрофирмаһы эшләүҙән туҡтағас, майҙанды ҙурайттыҡ. Бөгөнгә беҙҙә 500 гектар ер бар. Быйыл утыҙынсы уңышты йыйып алдыҡ. Күрһәткестәр бик һәйбәт, мин ҡәнәғәтмен. Эшемде яратам, ерҙә эшләүе — үҙе бер кинәнес. Артабан да алға барасаҡбыҙ. Минең «уң ҡулым» бар — ул улым Рәлиф. Биш йыл инде бар яҡлап та ярҙам итә. Ауырғазы күп профилле колледжын тамамлағандан һуң бында ҡайтты. Әйткәндәй, быйыл уға 25 йәш тула, хатта беҙҙең тыуған көндәребеҙ ҙә тура килә, икебеҙ ҙә 12 ноябрҙә юбилей билдәләйәсәкбеҙ, - ти Рәфил Ғилметдин улы.

Начало формыКонец формы

Ошо ваҡыт эсендә хужалыҡта техника өсөн гараждар, иген келәттәре төҙөлә,  иген ырҙыны яңыртыла, ҡыйыҡтар яңынан ябыла. Территориялағы асфальтты ла яңыртҡандар. Яңы бригада йорто файҙаланыуға тапшырылып тора.

Фермерҙың ҡатыны  Гөлсинә лә ситтә ҡалмай, ул хеҙмәткәрҙәргә төшкө аш әҙерләй. Ә бер туған ағаһы Рәсил тейәгестә мәшғүл. Хужалыҡта даими нигеҙҙә алты кеше эшләй, ә миҙгелле эштәр ваҡытында — 15. Быйыл көнбағыш гектарынан – 27 центнер булһа, сөгөлдөр бер гектарҙан — 372, иген 35 центнерҙан ашыу уңыш биргән. Келәттәр тулы, орлоҡтар һалынған.

Беҙҙең өсөн баҫыуҙар буйлап экскурсияны фермерҙың улы Рәлиф үткәрҙе. Сөгөлдөр яланында татлы тамыраҙыҡ йыйыу тамамланған. Бер нисә агрегатты алмаштырған «Агрифак» сит ил комбайнында Илгиз Мөхәмәтйәнов эшләй.

  • Өс тиҫтә йылға яҡын механизатор булып эшләйем, - тип һөйләй Илгиз Искәндәр улы. - Яҙын-сәсеү, йәйен тракторҙа бесән сабыу, көҙөн комбайн штурвалы артында. Эш хаҡын ваҡытында алабыҙ, миҙгелгә яҡшы сыға. Заманса техникала эшләүе лә уңайлы.

Материал матбуғатҡа әҙерләнгәндә, хужалыҡта сөгөлдөр йыйыуҙы тамамланылар. Ҡышҡа Үтәймулла фермеры ышаныслы инә, сөнки крәҫтиән-фермер хужалығының уңыштары һөйөнөрлөк.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: