Рух
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Февраль 2022, 13:29

ЯҘҒЫ ЭШТӘРГӘ ӘҘЕРЛЕК БАРА

Ҡыштың һуңғы айы ла бөтөп килә. Тиҙҙән яҙ, баҫыуҙар ҡарҙан асыласаҡ, унда сәсеү эштәре гөрләйәсәк. Ә районда әҙерлек эштәре нисек бара икән?

ЯҘҒЫ ЭШТӘРГӘ ӘҘЕРЛЕК БАРА
ЯҘҒЫ ЭШТӘРГӘ ӘҘЕРЛЕК БАРА

Яҙғы баҫыу эштәре башланыуға күп тә ҡалманы. Ауыл эшсәндәре ҡыштан уҡ сәсеүҙе яҡшы ъткәреү өсөн әҙерләнә.  Улар бай, сифатлы уңыш алыу өсөн минераль ашламалар булдырыу хәстәрен күрә.

Аҙна башына ҡарата районға 7150 тонна күләмендә минераль ашлама ҡайтарылған, был 1 гектар сәсеү майҙанына 37,6 кг тәшкил итә. Әлегә хужалыҡтар азотлы ашламалар ала. Улар ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үлән майҙандарын ашлау өсөн мөһим.

Фермер хужалыҡтары ла ҡалышмай. Район буйынса барлығы 12.0 мең тонна ашлама һатып алыу планлаштырылған.

Район ауыл хужалығы идараһы мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: