Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Октябрь 2021, 09:59

Майлы культуралар уңышы яҡшы булды

Ауырғазы районы ауыл хужалығы идаралығы белдереүенсә, баҫыуҙарҙа дөйөм майҙаны 11387 гектар булған майлы культураларҙы тулыһынса йыйып алдылар.

Майлы культуралар уңышы яҡшы булды
Майлы культуралар уңышы яҡшы булды

Ауырғазы районы ауыл хужалығы идаралығы белдереүенсә, баҫыуҙарҙа дөйөм майҙаны 11387 гектар булған майлы культураларҙы тулыһынса йыйып алдылар. Көнбағыш 8117, рапс 2955, соя 120,  етен 195 гектар ерҙә үҫтерелде.

Көнбағышты 8 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 15 крәҫтиән-фермер хужалығы, рапсты «Уңыш», «Таштамак» хужалыҡтарында сәскәйнеләр. Был культураларҙың уңышы былтырғы менән сағыштырғанда яҡшыраҡ булды.

 «Уңыш» - гектарынан 25,6; «Ғәбиҙуллин Р.Г.» - 23,8; «Килдин Н.А.» крәҫтиән-фермер хужалыҡтары  - 20,0 центнер йыйып алды.

Сояны тик «Салауат» хужалығы сәскән, һәр гектарҙан 13,1 центнер уңыш алғандар.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: