Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Сентябрь 2021, 15:42

АУЫРҒАЗЫЛА АВСТРИЯ ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ БУЛЫП КИТТЕ

УЛАР РАЙОНДА АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН АЛЫП БАРЫУ ТӘЖРИБӘҺЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫ

АУЫРҒАЗЫЛА АВСТРИЯ ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ БУЛЫП КИТТЕ
АУЫРҒАЗЫЛА АВСТРИЯ ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ БУЛЫП КИТТЕ

15 сентябрҙә Башҡортостанға Австрия республикаһы делегацияһы эш визиты менән килгән.

Ауыл хужалығы министрлығындағы кәңәшмәнән һуң ҡунаҡтар, төбәктең ауыл хужалығы йүнәлешендәге уҡытыу һәм производство объекттары менән танышҡас, эре аграр предприятиеларҙың береһе булған «Урожай» хужалығында эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн Ауырғазы районына киләләр.

 

Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» хужалығына һуғылдылар. Был эре ауыл хужалығы предприятиеһы, бында һөт-тауар комплексы, голштин тоҡомло эре малды үҫтереү өсөн өс ферма бар. Хужалыҡта һәр саҡ модернизациялау дауам итә. Мәҫәлән, быйылғы эҫе йәйгә бәйле, елләтеү системаһын булдыралар, корпустарҙа 100-ләп вентилятор ҡуйыла, был һөт юғалтыу күләмен кәметә. Комплекста бер һыйырҙан  32 итр һөт алалар, яҡын арала уны 35,8 литрға еткерергә планлаштыралар..

 

Ауырғазыла иһә төбәктең эре аграр предприятиеларының береһе булған «Урожай» хужалығында Австрия республикаһы делегацияһы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу масштабын баһаланы.

Хужалыҡта мең баш малға иҫәпләнгән малсылыҡ комплексының беренсе сиратын сафҡа индергәндәр. Киләһе биш йыллыҡта 5 000 –дән артығыраҡ һөт һыйырҙарын тотоу мөмкинлеге булған фермалар, һөт һауыу блогы, быҙауҙар өсөн һәм башҡа ярҙамсы биналар төҙөргә уйлайҙар.

Артабан ҡунаҡтар «Рощинский» совхозы эшмәкәрлеге менән танышты, Әлшәй районындағы майҙансыҡтарҙы ҡараны, Аксен аграр сәнәғәте колледжында булды.

Астриялылар республикала һөт һәм итте тотороҡло етештереү буйынса уҡыу-белем биреү үҙәге ойошторорға теләй.

 

Источник: Пресс-служба Минсельхоза РБ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: