Рух
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Август 2021, 08:49

БАҪЫУҘАРҘА ЭШТӘР ГӨРЛӘЙ

«УҢЫШ» ХУЖАЛЫҒЫНДА УҢЫШ ЙЫЙЫУ ЭШТӘРЕ ЯҠШЫ ТЕМП МЕНӘН ДАУАМ ИТӘ.

БАҪЫУҘАРҘА ЭШТӘР ГӨРЛӘЙ
БАҪЫУҘАРҘА ЭШТӘР ГӨРЛӘЙ

Үткән аҙна аҙағына компанияла 15335 гектар ерҙә бөртөклә культураларҙы йыйып алғайнылар, был пландың 52,4 %-ын тәшкил итә. Барлығы 46300 тонна иген һуғылған. Хужалыҡҡа район буйынса дөйөм уңыштың 58 %-ы тура килә.

Гектар ҡеүәте уртаса 30,1 центнер. Был да шулай уҡ район буйынса иң юғары күрһәткес.

Хужалыҡта ер эшкәртеү буйынса ҙур тәжрибә бар, ауыл хужалығы культураларын эшкәртеүҙең иң алдынғы технологиялары ҡулланыла.

Хужалыҡта рапс йыйыуға тотонғандар. 2855 гектар майҙандың 634-ендә эштәр тамамланған. 1400 тонна майлы культуралар йыйылған. Уңдырышлылыҡ 22,0 центнер. Ерҙе туңға һөрөү һәм эшкәртеү яҡшы темпта дауам итә - 9652 гектарҙың 1168-е һөрөлгән, 5684-е тәрән йомшартылыу үткән һәм 2800 гектары дискыланған.

Ужым культуралары ла тулы күләмдә әҙер, уны сәсергә лә төшәләр.

Ауырғазы районы Ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәттәренән.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: