Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Февраль 2021, 11:56

Башҡортостан Ғәрәп Әмирлектәренә инде икенсе уникаль солоҡ бал партияһын оҙатты

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге уҙған йылдың ноябрь айында уҡ башҡорт бал ҡортоноң балын һәм инә ҡорт һөтөнөң беренсе партияһын Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә һынау өсөн экспортланы.

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының инвесторҙар менән эш һәм тышҡы бәйләнеш буйынса әйҙәүсе белгес-эксперты Оксана Макарова аңлатыуынса, ул ваҡытта килограмлы ағас һауыттарҙа 408 килограмм солоҡ балы, 100 килограмм йүкә балы һәм 8-әр грамлы ҡоро инә ҡорт һөтө менән 500 быяла флакон оҙатыла. Сифатлы продукцияның Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендәге партнерҙарға оҡшауы ғәжәп түгел, улар артабан хеҙмәттәшлек итергә теләүҙәре тураһында хәбәр итә. Хәҙер «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә үҙәк, контрактҡа ярашлы, умартасылыҡ продукцияһының яңы партияһын оҙатыу өсөн әҙерләй.
Солоҡ балы – эксклюзив продукт, ул донъяла бик аҙ, тип һөйләне Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренү үҙәгенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Мөрсәлимова. «Солоҡ бал ғаиләһе бер миҙгел эсендә бер килограмдан 10-15 килограмға ҡәҙәр бал бирә, һирәк осраҡта күберәк тә була. Яҡшы килгән йылдарҙа Башҡортостанда солоҡ балы етештереү 5 тоннанан артмай, - тип билдәләне ул. - Был экологик яҡтан таҙа аҙыҡ, сөнки солоҡ һәм түмәр урмандың йүкә күп үҫкән төпкөлөндә урынлашҡан».
Башҡортостандың Бөрйән районында солоҡсолоҡтоң боронғо халыҡ кәсебе булараҡ һаҡланып ҡала алғанлығы ҡыуаныслы.
Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Евразия иҡтисади союзы ғилдәре буйынса 2020 йылдың ғинуар-ноябрендә генә Рәсәй тәбиғи балды экспортҡа дөйөм суммаһы 4,9 миллион долларға оҙата. 25-тән ашыу илгә һатыла. Иң эре һатып алыусы Ҡытай – 37%, Ҡаҙағстан - 13%, Беларусь - 13%, ә АҠШ - 11% һәм Польша - 8%, тип яҙа «Агроэкспорт». Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан уҙған йылда 47,5 тонна балды экспортлап, 195 мең Америка доллары эшләне.
https://mgazeta.com
Читайте нас: