Рух
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Ғинуар 2021, 18:59

Ауыл хужалығы йылды нисек тамамланы?

Район хужалыҡтары күрһәткестәр буйынса республика буйынса алдынғылар иҫәбендә килә.

2020 йыл йомғаҡтары буйынса, район ауыл хужалығы предприятиеларында эре мал һаны 109,1 %-ҡа. артҡан.
Һөт һауып алыу буйынса ла күрһәткестәр яҡшырған. Уның дөйөм күләме - 31600 тонна, йәки үткән йылға ҡарағанда 111,6 %. Бер һыйырҙан - 8161 кг һөт һауылған, был 780 кг артығыраҡ.
Һөт һауып алыу күләме артыуына «Уңыш» АХК-һы, «Уңыш һөтсөлөк фермаһы» ЯСЙ-ы ҙур өлөш индерҙе. 2582 баш һыйырҙың береһенән уртаса 9922 кг, «Салауат» хужалығында уртаса 7206 кг, «Дружба» - 5572 кг.
Әлбиттә, был хужалыҡтарҙа эре малды ашатыуға тотороҡло туҡландырыу базаһы, уның рационының тейешле кимәлдә, бигерәк тә протеин, бүтән биологик әүҙем матдәләр менән байытылған, булыуы ҙур йоғонто яһай.
Ҡышлатыуға ла тейешле норма әҙерләп ҡуйылған.
2020 йылда район хужалыҡтарында 6345 баш быҙау тыуған, был үткән йыл менән сағыштырғанда 271 башҡа күберәк.
Һимертеү буйынса “Уңыш” хужалығы лидер булып тора.
Район хужалыҡтары күрһәткестәр буйынса республика буйынса алдынғылар иҫәбендә килә.
(Ауырғазы район хакимиәте сайты буйынса).
Читайте нас: