Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Декабрь 2020, 19:29

Беҙҙең район быйыл да лидер булды

Ауырғазы икенсе йыл рәттән ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу буйынса республиканың башҡа райондары араһында лидер булды

Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу буйынса илдә лидерҙарҙың береһе булып ҡала.
Аграр эксперттары белдереүенсә, әлегә тиклем ауыл хужалығы техникаһының иҫкереүе яңы машина һатып алыуға ҡарағанда алда бара. Рәсәйҙә 10 йылдан артыҡ ҡулланылған тракторҙар өлөшө 50 проценттан күберәк, иген йыйыусы комбайндар — 45 процент тирәһе. Ә һөҙөмтәгә аграр бизнес рентабеллегенә зыян килә.
Эре агрохолдингтар яңы техника һатып алыу буйынса үҙенсәлекле рекорд ҡуя. Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, Саҡмағош районының «База» ауыл хужалығы предприятиеһы, Ауырғазы районының «Уңыш» АХК-һы быйыл миллиард һумдан ашыу суммаға техниканы яңыртты.
Ә Ауырғазы районы икенсе йыл рәттән ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу буйынса республикала лидер булды.
2019 йылда 655 мең һумлыҡ 155 берәмек һатып алынған, шул иҫәптән ике сөгөлдөр йыйыусы 18 иген йыйыусы комбайн, 14 «КамАЗ», 13 трактор, дүрт үҙйөрөшлө техника һ.б..
Быйыл был һандар тағы ла ҡыҙыҡлы: 1 миллиард 116 миллион һумға 165 берәмек техника һатып алынған. Әлбиттә, бының иң ҙур өлөшөн райондың иң эре хужалығы - «Уңыш» ЯСЙ-е һатып алған. Һәр йыл һайын агрохолдинг үҙ биләмәләрен киңәйт ә, ә яңы техниканы үҙләштереү өсөн яңы майҙандар кәрәк. Шулай уҡ техника паркын «Салауат», «Дружба», «Урал», «Таштамаҡ», Мичурин исемендәге һәм башҡа хужалыҡтар ҙа тулыландырҙы.
Республикала 2021 йылдағы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек башланды. Ҡайҙа яңы техника алынған, улар, әлбиттә, һынатмаясаҡ.
Ауырғазы район хакимиәте сайты материалы буйынса әҙерләнде.
Читайте нас: