Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Июль 2020, 14:00

Уңыш йыйыу старт алды

Бындай аномаль эҫе һауа торошо аграрийҙарҙың эштәренә лә йоғонто яһамай ҡалманы.

Июль – селлә айы тигән һүҙҙәр быйыл үҙен ҡеүәтләй.
Бындай аномаль эҫе һауа торошо аграрийҙарҙың эштәренә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Ужым, арпа үҫкән яландар тиҙ арала һарғайҙы. Был иһә уларҙы йыйып алыу миҙгелен тиҙләтте.
Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеһы беренсе булып ужымды сабыуға төштө. Ҡатнаш ужым үҫкән баҫыу 700 гектарҙан артыҡ майҙанды биләй. Бынан тыш 314 гектарҙа тик ужым арышы һәм 8295 гектарҙа ужым бойҙайы.
Район буйынса дөйөм алғанда, 15800 гектарҙа ужым культуралары, шуларҙың 10480 гектарында бойҙай. Ошо көндәрҙә башҡа хужалыҡтар ҙа ужым баҫыуҙарына сабыуға төшәсәк.
Читайте нас: