Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Февраль 2019, 02:00

Тыуған ауылым тип янып йәшәй

«Урал» ауыл хужалығы кооперативына оҙаҡ йылдар етәкселек итеүсе, бөгөн дә үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашып эшләүсе Факил Дилмөхәмәтовҡа февралдең беренсе аҙнаһында 60 йәш тулды

Етәксе ниндәй булырға тейеш? Был һорауға бер төрлө генә яуап биреп тә булмайҙыр, бәлки. Ә шулай ҙа күп нәмә етәксе булған кешенең шәхесенән, уның эшенә һәм ҡул аҫтындағы кешеләренә мөнәсәбәтенән дә тора.


Факил Вәкил улы өс тиҫтә йылға яҡын етәкселек итеү дәүерендә ауылдаштарының да, район-республика кимәлендә лә хөрмәт яулаған кеше.

1988 йылдың апрелендә Чапаев исемендәге колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнгәндән алып ошо яуаплы вазифаға төптән егелеп 27 йыл арымай-талмай эшләй.

- 2015 йылда сәләмәтлек менән бәйле эштән бушатыуҙарын һорап ғариза яҙҙым, был аптыратһа ла, аңланылар. Был ваҡытта хужалыҡ һәйбәт иҫәптә тора ине. Унан инде дөйөм йыйылышта ҡарар ҡабул итеп, етәксе урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Хәҙер инде үҙ тәжрибәмде йәштәргә бирергә тырышам.


Факил Вәкил улы күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы Вәкил Хафиз улы механизатор, әсәһе Фәһимә Мөхәмәтрәхим ҡыҙы избач (китапханасы), балалар баҡсаһы мөдире була. Мораҙым урта мәктәбен тамамлағас, Өфө автотранспорт техникумында белем ала. Әрме хеҙмәтенән һуң 1981 йылда Архангель районының Баҡалды совхозына автомеханик итеп эшкә ебәрәләр.

1984 йылда тыуған ауылына ҡайтып, Чапаев исемендәге колхозда инженер булып эш башлай, 1988 йылдан колхозды етәкләй. 1997 йылдан хужалыҡ «Урал» ауыл хужалығы кооперативы итеп үҙгәртелә.

СССР заманын да, 90-сы йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы ла, бөгөнгө баҙар мөнәсәбәттәрен дә - барыһын да күрергә, шул шарттарҙа эшләргә тура килә рәйескә.


- Чапаев исемендәге колхозда эштәр тотороҡло бара ине, мал һаны бар, техника етерлек ине. Һарыҡсылыҡ, игенселек юлға һалынғайны.

Иң киҫкен мәсьәлә булып социаль объекттарҙың юҡлығы йәки иҫкелеге торҙо. Ике ауылда ла ФАП, балалар баҡсаһы авария хәлендәге бинала, магазиндар бәләкәй, һыуыҡ, Михайловка, Ҡушкүл ауылында клуб юҡ. Ауылдарҙа газ юҡ, брикет ташырға кәрәк, юлдар насар, район үҙәгенән дә алыҫбыҙ. Беренсе булып шуларҙы хәл итергә кәрәк булды, ул ваҡыттағы етәкселәр - райкомдың беренсе секретары Рәис Ишморатов, район Советы рәйесе Владимир Косенко һәр башланғысымды күтәреп алдылар, һәр эшкә йәшел ут ҡабыҙып, бар ойошмаға ла юл астылар, етәкселәр менән уртаҡ тел табып, уңышлы эш башланды, - тип хәтерләй Ф. Дилмөхәмәтов үҙенең етәксе булып тотонған осорон. - 89-90-сы йылдарҙа Мораҙым, Михайловкаға газ үткәргесе килеп етте. Франциянан торбалар ҡайтарттыҡ. Әле булһа ла шул ваҡыттарҙа һөйөнөстән осоп йөрөгәнем хәтерҙә. Былар барыһы ла Рәис Ишморатовтың принципиаль ҡарары, тырышлығы менән булды. Иң беренсе был эш беҙҙең яҡтан башланды.


Шул уҡ йылдарҙа райондың баш табибы, ярашлы бина булһа, ФАП түгел, табиптар амбулаторияһы асабыҙ, тип вәғәҙәләй. Был һүҙгә ауылдаштары ла шатланып, бер йыл эсендә бина төҙөйҙәр. Ауылдаштары,БАССР Юғары Советы депутаты Шамил Ҡудашев һәм район етәкселеге ярҙамы менән табиптар амбулаторияһы асыла, табип Венер Сафин эшкә ҡайта. Йыһаздар алына. Бөгөн дә был коллектив алдынғылар иҫәбендә, тырышып эшләй.

89-90 йылдарҙа Мораҙымда ике магазин төҙөлә, йылы, яҡты биналар райпоға бирелә.


Ауыл урамына ике саҡрым асфальт түшәү, шул урамдан үтеү барыһы өсөн дә иҫтәлекле миҙгел булғандыр. Унан Михайловкала ике ҡатлы мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыға, унда ФАП урынлаша. Өсөнсөһө булып Ҡушкүлдә клуб, магазин төҙөлә. Был эштәр барыһы ла колхоз рәйесенең тырышлығы менән, колхоз иҫәбенә эшләнә.


- 1996-97-се йылдарҙа хөкүмәт ярҙамын тойҙоҡ. Февралдә планға индереп, ике ҡатлы, 95 урынға балалар баҡсаһы төҙөнөк. 2002 йылдың майында республикабыҙҙың Президенты Мортаза Рәхимов килде, эшлекле килешеүҙәр төҙөнөк, өс ай эсендә иң ҙур талабыбыҙҙы үтәп тә ҡуйҙы. Биллеғылыс йылғаһы Мораҙымды уратып үтә, алты урында уның аша сығырға кәрәк. Үҙәк күперҙе төҙөүҙе нефтселәргә йөкләтте, бөгөн ул ауылдың йәме булып тора.


- Үҙгәртеп ҡороу йылдарын ауыл эшсәндәре ауыр кисерҙек, бар нәмә бартерға ҡоролдо, халыҡтың күңелен төшөрмәҫ өсөн,рухын күтәреү өсөн ҡулдан килгәнде эшләргә, йолаларҙы юҡҡа сығармаҫҡа тырыштыҡ. Районда һабантуй үтмәгәндә лә, беҙ уны ойошторҙоҡ, беренсе булып тирмә ҡорҙоҡ, башҡорт кейемдәрендә ҡурай уйнап, милли ризыҡтар менә һыйлап, барыһын да таң ҡалдырҙыҡ.

Шул ваҡыттағы ауыл Советы рәйесе, алдынғы ҡарашлы Сәлимйән Мырҙабаев менән ауыл тарихына иғтибар итеп, беренсе осоусы Ғәли Ишмырҙин тормошо менән ҡыҙыҡһына башланыҡ. Уның ғаиләһенә ярҙам иттек, Өфөләге зыяратта ҡәбере ташландыҡ хәлдә ине, уны рәткә килтерҙек. Шул йылды беренсе көрәш турниры үткәрҙек. Ә инде үлеменең 50 йылына арнап, ҙурлап һабантуй итеп, Ишмырҙин призына төрлө ярыштар ойошторҙоҡ.

Эйе, ул ваҡытта ҡыйынлыҡтар аша булһа ла самолет саҡырталар. Ауыл халҡы пилотаждарҙы мауығып күҙәтә, парашютсылар төшөүен, Стәрлетамаҡтан алдынғы мотокросс командаһының тауҙа оҫталыҡ дәресе күрһәтеүен ҡыҙығып тамаша ҡыла. Был район кимәлендә булмаған ваҡиға була ул саҡта. Был инде етәксенең абруйын да, уның халыҡ өсөн тырышыуын да иҫбатлай.


2003 йылда Марат Ишемғолов самолет алырға ярҙам итә, уны Һабантуй тауында осоусы иҫтәлегенә урынлаштыралар.

- Хәҙер был урын паркка әйләнде, 8 гектар ерҙе бүлеп, кәртәләп, бөтә ауыл, уҡыусылар менән ылыҫлы ағастар ултырттыҡ, - тип ҡыуанысын йәшермәй матурлыҡ яратыусы Факил Вәкил улы. - Хәҙер унда күркәм. Теләгем тормошҡа ашты.

Эйе, ауылда йорттар төҙөлә, йәштәр төрлө программаларҙа ҡатнаша. Мораҙым йылдан-йыл матурлана.

- Бөгөн АКХ уңышлы эшләп килгән ойошмаларҙың береһе, ауырлыҡтар булһа ла, ышаныс бар, халҡыбыҙ тырыша. Элек колхозсылар бигерәк әүҙем ине, йыйылыштар сәғәттәр буйына бара, барыһы ла һорауҙарын, ҡыҙыҡһыныуҙарын еткерә. Шул ҡыҙыу һөйләшеүҙәрҙән һуң өйгә ҡайтып инеү бер рәхәтлек бирә ине.Иң күңелде ҡырғаны шул булды - ҡайһы бер кешеләр үпкәләрен белдерҙе. Ул заманда районда партия комитеты алдында яһаған докладтарҙа тәнҡит талап ителде, кемделер тәнҡит утына эләктергәнмен. Йәш саҡ, тейеш булғас, тейеш тип ҡабул ителгән. Ҡайһы ваҡыт шуларҙы уйлаһаң, ҡыйын булып та китә. Тәжрибә ваҡыт үтеү менән килә бит инде. Кемгәлер ярҙам итә алмағанмын, юҡ, тип әйтергә лә тура килде.


- Беҙҙең ерҙәр уңдырышлы түгел, колхоз инженерҙары, агрономдары менән көслә булды. Йәштәр хәҙер белемле, уларға шарттар булдырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Киләсәк улар ҡулында. Техникала хәҙер бер нисә егет эшләй. Ауыл ерендә абҙары булмаған, елкәһе йоҡа кеше ауыл хужалығында эшләй алмай. Ауылда тарҡалыу китте, - тип борсолоуын да белдерҙе. - Хәҙер элеккесә түгел, ауылдағы булған ойошмалар араһында берҙәмлек юғалды.

Йәш саҡта ниндәй хыялығыҙ бар ине, тиеүгә, атайым ғүмер буйы механизатор булды, мин бүтән юл буйынса китеүҙе уйламаным да, тип яуап бирҙе. Һәр саҡ дуҫтары күп була Факил ағайҙың, ойоштороу һәләте лә йәштән үк күренә. Техникумда ла, ауыл хужалығы институтында уҡығанда ла уның тирәләй тиңдәштәре йыйылырға ярата. Йор һүҙле, асыҡ күңелле егетте бар ҙа үҙ итә.


- Рәйес итеп ҡуйырға булғас, ни өсөн миңә рәйес булырға ярамай икәнлегенә 13 пункттан торған анализ эшләнем. - тип ихлас көлөп алды әңгәмәләшем. Тыңланылар ҙа көлдөләр, бына бит, һин әҙер кадр, ҡайһы яҡтан үҫергә беләһең, тинеләр. Шулай итеп етәкселек эшенә тотондом.

- Күп ваҡыт эштә үтте, балаларға иғтибар етеп бөтмәне, Мораҙымдың тәбиғәте, Бейек сағыл, Урта сағылдарҙы күрһәтеп йөрөй алманым. Әле иһә ейәндәремә тирә-яҡты күрһәтергә, таныштырырға тырышам. Улар ҡайҙа сөгөлдөр, ҡайҙа көнбағыш үҫкәнен беләләр.

Үҙ йортонда ла яҡшы хужа Факил ағай. Матур иркен йорт, ҡаралтылар. Күркәм баҡса, ике теплица, барыһы ла уңыш менән һөйөндөрә. Ҡатыны Венера тураһында, ул мине тулыландырҙы, икебеҙ ҙә эштә булһаҡ та, ҡайтҡас, өйҙәге эштәрҙе бергәләп башҡарҙыҡ, өлгөрҙөк, ти.

- Уңғанлығы, ярҙамсыллығы менән уң ҡулым булды. Бер ҡыҙ, бер улыбыҙ үҫеп етеп, үҙ һөнәрҙәре менән һәйбәт кенә эшләп йөрөйҙәр. Ҡыҙыбыҙ ғаиләле, ике ейәнебеҙ бар.

Факил Вәкил улының ғаилә тарихын, фамилия килеп сығышын ныҡлап өйрәнергә лә теләге ҙур.

Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: ул һәр ваҡытта ла гәзитебеҙҙең ысын дуҫы булды һәм булып ҡала. Факил Вәкил улына алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, шундай уҡ оптимист булып ҡалыуын теләйбеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, киләсәккә булған пландарығыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын!
Читайте нас: