Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Октябрь 2018, 18:55

Ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн көҙ - тынғыһыҙ ваҡыт

«Урал» ауыл хужалығында сөгөлдөр уңышы быйыл яҡшы күрһәткестәр бирә

Ауыл хеҙмәтсәненең эше һауа торошоноң ниндәй булы- уына ла ныҡ бәйле. Быйылғы ҡарһыҙ ҡыш, һыуыҡ яҙ, ямғырҙар булмауы уңышҡа ла йоғонто яһаны. Шулай ҙа, «Урал» ауыл хужалығы кооперативында, дөйөм алғанда, күрһәткестәр ҡәнәғәтләнерлек булды. Бөртөклө культуралар буйынса быйыл гектарынан уртаса 20 центнер алдыҡ, былтырғыға ҡарағанда әҙерәк булһа ла, был насар түгел. Уның ҡарауы, кукуруз менән сөгөлдөр уңды.
Әле хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу яҡшы темпта бара. Татлы тамыраҙыҡ 300 гектар майҙанды биләй. Быйыл ул ауыл хеҙмәтсәндәрен сифатлы булыуы һәм уңдырышлылығы менән шатландыра: гектарынан 380 центнерға яҡын тамыраҙыҡ алабыҙ. 180 гектар майҙанда уңышты йыйып бөттөк. Шәкәр заводына 5000 тоннанан артығы оҙатылды.
Уңыш йыйыуҙа ҡатнашыусы хеҙмәтсәндәребеҙ ҙә һынатмай. Комбайн штурвалы артында - тәжрибәле механизаторҙар Ди­нир Хәбибуллин менән Рәфис Теләүембәтов. Улар янында ярҙамсылары Марсель Вәлитов менән Виталий Киясов эшләй.
Сөгөлдөрҙө тейәп оҙатыуҙа механизаторҙар Мәхмүт Ноғоманов менән Виктор Киясов мәшғүл. Уларға өс Дилмөхәмәтова - Гөлнур, Миләүшә, Зөлфиә - ярҙам итә. Был эштәрҙең барышын Илсур Дилмөхәмәтов контролдә тота. Ул был бурысты оҫта башҡара, юғалтыуҙарға юл ҡуймай. Эшселәрҙе ваҡытында баҫыуға алып килә. Ямғырҙан һуң бысраҡтарҙа ла ҡеүәтле тракторҙар буксирға әҙер тора.
Әле көн һайын 18-20 машина менән татлы тамырҙы шәкәр заводтарына оҙатабыҙ. Зиннур Лоҡманов, Филхәт Иҫәнбаев, Фәрғәт Сатлыҡовтар үҙебеҙҙең КамАЗ-дарҙа Мәләүез һәм Раевка шәкәр заводтарына рейстар яһай. Унан да улар буш ҡайтмай - ферма малдарына аҙыҡ алып ҡайталар. Ай аҙағына сөгөлдөрҙө йыйып бөтөрөргә тигән план менән эшләйбеҙ.

Читайте нас: