Рух
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
4 Май 2020, 15:45

Ульяновск өлкәһендә – “Еңеү йыры” марафоны

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына арналған “Еңеү йыры” марафонына Ульяновск өлкәһе ҡушылды.

45 йыл инде бөйөк байрамдың милли символы булып торған “Еңеү көнө” йырын ҡала халҡының өс быуын вәкилдәре – йәш вокалсыларҙан алып билдәле йырсылар - бергә башҡарҙы. Уларға “ВОЛГА” дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле солистары, “Еңеү ирекмәндәре” йәмәғәт хәрәкәте ағзалары, Ульяновск дәүләт педагогия университеты студенттары, “Соловушка” халыҡ ижады коллективы ҡушылды.

Йырҙы төбәктең үҙенсәлекле объекттары, Бөйөк Ватан һуғышы кадрҙары фонында башҡарҙылар.

Дәһшәтле йылдарҙа өлкә халҡының батырлығы бихисап архив материалдары менән дәлилләнә. Ульяновск эвакуацияланған автомобиль заводын ҡабул итә. Унда 7,8 мең тирәһе автомобиль йыялар. Һәр өсөнсө патрон Володарский исемендәге патрон заводында эшләп сығарыла. Өлкәнең фабрикаларында һалдаттар өсөн һәр дүртенсе шинель тегелә. 133 мең офицерҙарҙы һәм яугирҙарҙы 26 госпиталь һыйҙыра.

Ульяновск өлкәһенән ҡорал яһаусы Алексей Судаев 2-се Бөтә донъя һуғышында иң яҡшыһы тип танылған автомат уйлап сығара.

1945 йылдың 9 Майында Цильнин районы кешеһе Петр Усачев Еңеүҙең дөрөҫ датаһын Рейхстаг бинаһында яҙып ҡуя, ошо фотография бөтә донъяның гәзиттәрендә баҫылып сыға.

Еңеү символы булған йырҙың видеоролигы төрлө телдәрҙә радио-телевидениела яңғыраясаҡ һәм күрһәтеләсәк, шулай уҡ билдәле социаль селтәрҙәргә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегы аҫтында һалына.

Читайте нас в