Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2021, 19:17

ШАЙМОРАТОВСЫЛАР ТУРАҺЫНДА БИБЛИОГРАФИК БЕЛЕШМӘ СЫҠТЫ

*Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға «Шайморатовсылар-легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» исемле библиографик белешмә тапшырҙы*.

ШАЙМОРАТОВСЫЛАР ТУРАҺЫНДА БИБЛИОГРАФИК БЕЛЕШМӘ СЫҠТЫ
ШАЙМОРАТОВСЫЛАР ТУРАҺЫНДА БИБЛИОГРАФИК БЕЛЕШМӘ СЫҠТЫ

Был тантаналы сара 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең берҙәм эш һөҙөмтәһе булған китапта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында хеҙмәт иткән яугирҙар тураһында 2700 тирәһе биографик белешмә һәм 200-ҙән ашыу фотоһүрәт тупланған.


«Шайморатов вариҫтары» проектының электрон почтаһына башҡорт атлылары тураһында мәғлүмәт менән бик күп хаттар килде, тип белдерҙе  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән башҡарма комитет аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов.

- Мәғлүмәт беҙҙең һәм "Башҡортостан энциклопедияһы" белгестәре тарафынан ентекле тикшерелде. Һөҙөмтәлә, әлеге күләмле баҫма барлыҡҡа килде. Был белешмә менән республика халҡы әүҙем ҡулланыр, уҡытыусылар, китапханасылар тәрбиә эшендә файҙаланыр, шайморатовсыларҙың исемлеге тағы тулыланыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Был баҫма йоғонтоһонда йәш быуын исемлекте аныҡлау буйынса яңы тикшеренеү эштәр башлаһа, дивизия ҡаһармандарының исемдәрен яңы барлыҡҡа килгән урамдарға биреү кеүек аныҡ эштәр алып барылһа, тимәк, проект маҡсатына өлгәште», - тине ул.


Баҫманы Милли китапхананан республика район һәм ҡалаларындағы китапханаларға таратасаҡтар.

Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин әйтеүенсә, китапханала Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған махсус мөйөш тә булдырыласаҡ.


«Белешмәнең урыны- китапханабыҙҙың түрендә. Ул - китапхана өсөн генә түгел, ә тотош республика халҡы өсөн ҙур бүләк. Барыһы исеменән белешмәне төҙөүҙә ҡатнашҡан бөтә белгестәргә, ғалимдарға, мәғлүмәт йыйыуҙа ҡатнашҡандарға оло рәхмәтемде белдерәм. Китаптың ғүмере оҙон булһын, ул тағы тулыланһын һәм бер тапҡыр ғына баҫылып ҡалмаһын, яңынан-яңы баҫмаларын күрергә яҙһын»,- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Милли китапханаға тупраҡ менән тубустар ҙа тапшырҙы. Был һауыттарға 1943 йылда Шайморатов генерал һәләк булған урын - Штеровка ауылынан тупраҡ тултырылған.
Башҡорт атлылары һуңғы төйәк иткән ерҙән бер ус тупраҡ менән бергә календарь һәм «Ағиҙел» журналының яңы һаны ла тапшырылды. Унда Флүр Ғәлимовтың «Генерал Шайморатов» тарихи романы баҫылып сыҡҡан.


Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары иҫтәлегенә куйылған «Ат уйнатып алдан бара» спектакле бөгөн Өфөлә асыҡ һауала күрһәтелә. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы тамашаһын «Торатау» Конгресс-холы амфитеатрында ҡарарға мөмкин.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: