Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Май 2020, 12:50
Победа 1945-2020

“Еңеү көнө” йыры бөгөн төрлө телдә яңғырай

Бөгөн был мәшһүр йырҙы Волга буйы федераль округының барлыҡ халыҡтарының дәүләт телдәрендә йырлайҙар

2020 йылдың 9 майында “Беҙҙең Еңеү көнө” ҙур масштаблы акцияның финал йыры башҡарыла. Беренсе тапҡыр “Еңеү көнө” йыры Волга буы халыҡтарының телдәрендә яңғырай, округ төбәктәрендә йәшәүселәрҙе бер ҙур хорға берләштерә.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл булыу айҡанлы был акция 25 апрелдән 8 майға тиклем ун дүрт төбәк аша эстафета рәүешендә үтте. Белеүегеҙсә, быйыл “Еңеү көнө” йырының да юбилей йылы, ул беренсе тапҡыр 45 йыл элек башҡарыла.

Был йыр инде оҙаҡ йылдар байрамдың символы булып тора, унда Еңеү тантанаһы, юғалтыуҙар әсеһе, ватандаштарыбыҙҙың батырлығының бөйөклөгө, яҡындарын юғалтҡан миллионлаған ғаиләләрҙең әрнеүе бергә ҡушылған.

Бөйөк Еңеү гимнын Волга буйы федераль округының 14 төбәгенең музыкаль коллективтары башҡарыуында миллионлаған кеше күрҙе, роликтар төбәк телеканалдарында, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырылды.

Был әҫәр йыр марафоны акцияһы өсөн төрлө телдәргә махсус тәржемә ителде. Жанрҙар төрлөлөгө, башҡарыу стиле айырымлығы менән легендар композиция үҙенсәлекле яңғыраш алды, ул миллионлаған кешеләр өсөн тағы ла яҡыныраҡҡа әйләнде. Еңеү йыры рус, моҡша, эрзя, мари, башҡорт, удмурт, сыуаш, татар телдәрендә яңғыраны. Бер коллективҡа билдәле йырсыларҙы, ирекмәндәрҙе, студенттарҙы һ.б. йыйҙы.

Әлбиттә, йыр марафонында 1975 йылда совет телевидениеһы аша әлегә билдәле булмаған йырҙы беренсе тапҡыр башҡарыусы СССР-ҙың халыҡ артисы Леонид Сметанников та ҡатнашыуы айырым иғтибарға лайыҡ. Быйыл уның башҡарыуын ишетеү мәмкинлеге тейҙе.

“Беҙҙең Еңеү йыры” марафоны Хәтер һәм Дан йылында, Еңеүҙең юбилейында Волга буйы федераль округы төбәктәренең халҡын берләштерҙе.

Читайте нас: