Бөгөн, 8 май, Ырымбур өлкәһе Волга буы федераль өлкәһендә барған “Беҙҙең Еңеү Көнө” йыр марафонын ҡабул итте. Эстафетаны уға Киров өлкәһе тапшырҙы.
Владимир Харитонов һәм Давид Тухманов йырын 45 йыл элек беренсе мәртәбә Леонид Сметанников башҡара, шул ваҡыттан алып ул бөтә ил кешеләрен берләштереүсе гимнға әйләнә.
Бөйөк байрам алдынан “Еңеү көнө” йырын данлыҡлы Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры башҡарыуы ҙур марафондың финал аккорды буласаҡ. Ике аҙна дауамында Волга буйы федераль округының 14 төбәгендәге ижади коллективтары халыҡ йырына әйләнгән “Еңеү көнө”н төрлө телдәрҙә башҡарҙы. Йыр марафонына старт Мордва Республикаһында бирелде. Һәм акцияла ҡатнашыусылар эстафетаны күршеләренә тапшыра килде.
Ырымбур өлкәһе лә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҙур өлөш индергән. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына 411 мең кеше оҙатылған. 187 меңе мәңгегә яу яланында ятып ҡала. 43 ырымбурлы Дан орденының тулы кавалеры, 235-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, 65 меңдән күберәге “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ырымбур өлкәһенә 90 предприятие эвакуациялана. Ырымбурҙан фронтҡа 1595 самолет һәм самолеттар өсөн меңләп комплектлау кәрәк-ярағы оҙатыла. Һуғыш осоронда 240 мең эвакуацияланған кеше өсөн Ырымбур икенсе тыуған өйгә әйләнә. 4 йыл эсендә ҡаланың госпиталдәренә 28095 яралы һәм сирлеләр килтерелә. Илебеҙгә был төбәк 124 миллион бот иген, 6,2 миллион бот ит һәм ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге тапшыра.
Волга буйы федераль округы территорияһында йыр эстафетаһын ойоштороуҙың төп идеяһы үҙ маҡсатына иреште. Был йыр инде оҙаҡ йылдар байрамдың символы булып тора, унда Еңеү тантанаһы, юғалтыуҙар әсеһе, ватандаштарыбыҙҙың батырлығының бөйөклөгө, яҡындарын юғалтҡан миллионлаған ғаиләләрҙең әрнеүе бергә ҡушылған.
Волга буйы федераль округы төбәктәрендәге ижади коллективтарҙың сығыштары Рәсәйҙә үҙизоляция режимы һәм коронавирус инфекцияһы менән бәйле юғары әҙерлек режимы индерелгәнгә тиклем 2020 йылдың февраль-март айҙарында төшөрөлгән.
Республика һәм өлкәләрҙең ижади коллективтары башҡарыуында йыр 25 апрелдән алып төбәк телеканалдарында күрһәтелде. Акцияла Мордва, Мари Иле, Удмуртия, Башҡортостан, Татарстан, Сыуаш республикалары, Пермь, Түбән Новгород, Һарытау, Ульяновск, Пенза, Киров өлкәләре ҡатнашты. Еңеү Көнөндә, 9 Майҙа, легендар йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Яратҡан йыр менән роликтарҙы “Рәсәй 24”, ютуб-каналдарҙа, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары аша ҡарап була. Йырҙың аудиоверсияһын «Маяҡ», «Радио России» радиоканалдары аша ишетергә була.