Рух
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2020, 14:10
Победа 1945-2020

Бөгөн Киров өлкәһе “Беҙҙең Еңеү Көнө” йыр марафонына ҡушылды

Бөгөн, 7 май, Киров өлкәһе Волга буйы федераль округының РФ президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғысы менән старт алған ошо ҙур марафонға ҡушылды

Белеүегеҙсә, был проект Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.

Бөгөн, 7 май, Киров өлкәһе Волга буйы федераль округының РФ президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғысы менән старт алған ошо ҙур марафонға ҡушылды.

Композитор Давид Тухмановтың Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙған “Еңеү көнө” йырын улар күршеләре Сыуаш Республикаһынан ҡабул итеп алды.

Киров вокалсылары билдәле йырҙы үҙҙәренең видеоверсияһы менән халыҡҡа еткерҙе.

Яҙманы төшөрөү өсөн Вятка йылғаһы буйындағы һуғыш батырҙары иҫтәлеге урыны - “Мәңгелек ут” Мемориалы һайланған.

  • Акция төрлө жанр йырсыларҙы берҙәм коллективҡа берләштерҙе. Халыҡ һәм эстрада коллективтары, төбәктең билдәле шәхестәре, актерҙар бергә сығыш яһаны, - ти Киров өлкәһенең мәҙәниәт министры Татьяна Мазур. – Иртәгә беҙ эстафетаны марафонда һуңғы ҡатнашыусы төбәк – Ырымбур өлкәһенә – тапшырабыҙ. Ә 9 майҙа Рәсәй халҡы был бөйөк йырҙы ҡатнашыусы төбәктәрҙең бөтә коллективтары башҡарыуында ишетәсәк.

Бөйөк Еңеү “гимн”ына “Дивертисмент” үҙешмәкәр халыҡ вокал ансамбленең туғыҙ артисты ла ҡушылды. Шулай уҡ йырсылар араһында “Слобода” ансамбле етәксеһе Ирина Холманских, Вятка филармонияһы солисты Константин Юдичев, “Киров өлкәһенең йыл уҡытыусыһы” Ирина Беляева, “Вятка” КВН командаһы вәкилдәре бар ине.

Роликта Киров өлкәһе халҡының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләнеләр. Һуғышҡа өлкәнең 600 мең кешеһе китә, уларҙың 250 меңдән артығырағы кире әйләнеп ҡайта алмай.

200 Советтар Союзы Геройы бар.

Тылдағылар ҙа оло фиҙаҡәрлек күрһәтә. Илдең көнбайышынан йөҙләгән предприятие эвакуациялана. Тиҙ арала улар етештереү эшенә керешә һәм фронтҡа йөҙәр мең снаряд, танктар, билдәле “Катюша”лар әҙерләй. Вятская Поляналағы машина төҙөү заводы 2,5 миллион ППШ – Шпагин пистолет-пулеметтарын эшләй. Уға “Еңеү ҡоралы”ның конструкторы Георгий Шпагин үҙе етәкселек итә. Беренсе пистолет-пулеметтар 1941 йылдың ноябрь аҙағында уҡ фронтҡа оҙатыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда эшләүселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Киров ҡалаһы һәм өлкәнең тағы бер нисә ҡалаһы Хеҙмәт даны исемен йөрөтә.

Вятка ере йөҙәр мең эвакуацияланған кешеләрҙе, шулай уҡ блокадалағы Ленинградтан балаларҙы һыйындыра. Тик 1941 йылда ғына өлкәгә 200 балалар интернаты килә, барлығы 23 мең бала.

Ҡыҙылармеец Григорий Булатов рейхстагҡа беренселәрҙән булып флаг ҡаҙаусы булараҡ, тарихҡа инеп ҡалған.

Еңеү символы булған йырҙың видеоролигы төрлө телдәрҙә радио-телевидениела яңғыраясаҡ һәм күрһәтеләсәк, шулай уҡ билдәле социаль селтәрҙәргә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегы аҫтында һалына.

Читайте нас: