Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
1 Май 2020, 14:10
Победа 1945-2020

Түбәнге Новгородта “Еңеү көнө” йыры башҡарылды

Бөгөн, 1 майҙа, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонын Түбәнге Новгород өлкәһе ҡабул итте

Акцияға өлкәнең академия, халыҡ, эстрада коллективтары, губерна оркестры солистары һәм “Тауыш. Балалар” шоу-конкурсы ҡатнашыусылары ҡушылды. Улар араһында А.С. Пушкин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт опера һәм балет театры солистары Виктор Ряузов, Татьяна Гарькушова, Александр Зубаренков, губерна оркестры солистары Дмитрий Зубарев, Татьяна Волкова, Дмитрий Маресев, “Любава” халыҡ йыр ансамбле, Рәсәй Милли гвардияһы Волга буйы ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү ансамбле, “Тауыш. Балалар” шоу-конкурсы ҡатнашыусылары Дарья Лебедева һәм Егор Григорьев, “Jack Daniels Time” төркөмө солистары Владимир Торопыгин һәм Андрей Паньшин бар.

Видеояҙма илебеҙҙә коронавирусҡа бәйле изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылған. Ул Түбәнге Новгород Кремле, Чкалов иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл, “Герой” катеры янында үткән.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек был өлкә халҡы ла Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерә. Һуғыш йылдарында бында үҙенсәлекле хәрби-сәнәғәт предприятиелары комплексы туплана. Бөтә төр оборона тауарҙары – ҡоро ер ғәскәрҙәре, авиация һәм флот өсөн ҡорал, шартлатҡыстар, реактив яғыулыҡ етештерелә. “Красное Сормово” заводы фронтҡа 12 меңдән ашыу Т-34 танкыһы, 27 һыу аҫты кәмәһе оҙата. Һәр өсөнсө ватан истребителе С. Орджоникидзе исемендәге Горький авиация заводында сығарыла.

Һуғыш йылдарында өлкә халҡы фронтҡа 92 мең литр ҡан тапшыра.

Читайте нас: